

Башҡортостан Яҙыусылар союзының элекке рәйесе Зәки Әлибаев республиканың Милли әҙәбиәт музейына етәксе итеп тәғәйенләнде. Коллективты яңы етәксе менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов таныштырҙы.
Быға тиклем ике йыл дауамында Әҙәбиәт музейы директоры булып яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова эшләне. Музейҙа белдереүҙәренсә, ул «Башҡортостан ҡыҙы» журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләнеүгә бәйле вазифаһын ҡалдырҙы.
Зәки Әлибаев — әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты. 1992 йылдан – Башҡорт дәүләт университеты, 2009 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2017-2022 йылдарҙа Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе булып эшләй. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.