11:14 (UTC+5), 11 Декабрь 2024

Илдар Абдразаҡов — Севастополь опера һәм балет театры етәксеһе

Фото: Валерий Шахов
Әлфиә Әһлиуллина

Яҡташыбыҙ, Өфөлә тыуып үҫкән донъя операһы йондоҙо Илдар Абдразаҡов Севастополь дәүләт опера һәм балет театры етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова хәбәр итте.

«Яңы ижади мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңыштар һәм илһам теләйем», — тип яҙҙы ул үҙенең телеграм-каналында.

Илдар Абдразаҡов Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтында музыкаль белем алған (профессор Миләүшә Мортазина класы). 1996 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына саҡырыла. 1998 йылда Илдар Абдразаҡов тәүге тапҡыр Мария театры сәхнәһендә Фигаро партияһында («Фигароның туйы») сығыш яһай, ә 2000 йылда Мария театры труппаһына ҡабул ителә. Бөгөн дә ул шулай уҡ Ҙур театр солисы.

2011 йылда билдәле яҡташыбыҙға — Башҡортостандың халыҡ артисы, 2021 йылда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исеме бирелде. 2024 йылда Илдар Абдразаҡов Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты булды. Шулай уҡ ул ике тапҡыр «Грэмми» премияһын алды, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-11/ildar-abdrazakov-stal-rukovoditelem-sevastopolskogo-teatra-opery-i-baleta-4047445

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика