14:10 (UTC+5), 05 Декабрь 2024

Башҡорт драма театры 105 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Ләйлә Аралбаева

4 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уның ойошторолоуына 105 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналары үтте. Ошо уңайҙан коллективты Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова ҡотланы.

– Данлыҡлы театрҙы 105 йыллығы менән ҡотлау – оло мәртәбә һәм бәхет. Театрға башҡорт халҡының традицияларын, мираҫын, башҡорт драматургияһын һаҡлауы өсөн рәхмәт әйткем килә. Бөгөн ул милли театрҙар араһында флагман, яңы традицияларға нигеҙ һалыусы булып тора, – тип билдәләне Әминә Шафиҡова. – Актерҙарға һәм хеҙмәткәрҙәргә ижади коллективта быуындар күсәгилешлеге өсөн рәхмәт белдерәм, өлкән быуындың – йәш коллегаларына, ә йәштәрҙең остаздарына ихтирам менән ҡарауы күренә. Театрға яңы спектаклдәр һәм рәхмәтле тамашасылар теләйем!

Театр коллективына маҡтаулы исемдәр һәм наградалар тапшырылды. Артист Алмас Әмиров – Салауат Юлаев ордены, Минзәлә Хәйруллина – «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, директор Иршат Фәйзуллин һәм актриса Сара Буранбаева Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Актриса Римма Ҡаһармановаға – «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», директорҙың иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары – баш бухгалтер Зөлфиә Ғәйнетдиноваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Кинорежиссер, видеомейкер Руслан Юлтаев – «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», актриса Айһылыу Йомағолова – «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы», режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исемен алды.

Театр коллективын шулай уҡ Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов ҡотланы. Хөрмәтулла Үтәшевҡа, Гүзәл Маликоваға, Руслан Хайсаровҡа — республика Театр эшмәкәрҙәре союзының маҡтау грамоталары, ә актер Алмас Әмировҡа Станиславский исемендәге Көмөш миҙал тапшырылды. «М. Ғафури — XXI быуат» мәҙәниәт фонды етәксеһе Люциә Камаева «Ҡара йөҙҙәр» спектаклендә уйнаған артистарҙы фондтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Юбилей кисәһендә Айрат Абушахмановтың «Ҡара йөҙҙәр» спектакле күрһәтелде.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 1919 йылдың 4 декабрендә Стәрлетамаҡта ойошторола. Театрҙың күп йыллыҡ тарихында ижади коллектив төрлө спектаклдәр сәхнәләштерҙе, улар республиканың ғына түгел, илебеҙ театр сәнғәтенең «алтын фонды»на инде.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-05/bashkirskiy-dramteatr-otmetil-105-letie-4039223

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика