Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2024, 15:58

Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау проекты Баш дәүләт экспертизаһы һығымтаһын алды

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын - Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау проекты Баш дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алды. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Килеп тыуған хәлдә реставрация эштәрен оҫтахана шарттарында ғына башҡарырға мөмкин. Бының өсөн скульптураны һүтеү буйынса ҡарарҙар әҙерләнде. Мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау өсөн тейешле саралар комплекслы ғилми тикшеренеүҙәр нигеҙендә ҡабул ителде», – тине Рәсәйҙең баш дәүләт экспертизаһы эксперты Кирилл Кунаков.

Бынан тыш, мәҙәни мираҫ объекты биләмәһе сиктәрендә төҙөкләндереү планлаштырыла.

Башҡортостандың баш ҡалаһында шағир һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылдың ноябрендә асылған. Бөгөн 40 тоннаға яҡын ауырлыҡтағы суйын скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы булып тора. Гранит постаменты менән бергә уның бейеклеге 14 метрға етә.

Салауат Юлаев һәйкәленең авторы - совет скульпторы Сосланбәк Тавасиев (1894 - 1974). Монумент ҡаланың Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Әлеге ваҡытта уның техник торошо авария хәлендә тип баһалана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-04/proekt-sohraneniya-pamyatnika-salavatu-yulaevu-poluchil-zaklyuchenie-glavgosekspertizy-4037712

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас