06:58 (UTC+5), 03 Декабрь 2024

Өфөлә «ЮлдашХит» фестивале лауреаттары билдәле булды

Ләйлә Аралбаева

Өфөлә «ЮлдашХит» музыка фестиваленең 2024 йылғы лауреаттары билдәләнде. Йыр-моң байрамын йыл да «Юлдаш» радиоһы коллективы ойоштора.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә йыл буйына әүҙем ижад иткән йырсы-шағир (быйыл ул Гөлназ Ҡотоева), композитор (Рәмил Туйсин), аранжировкалаусы (Раил Өмөтбаев), музыканттар (скрипкасы Илшат Мөслимов, гармунсы игеҙәктәр - Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, ҡурайсы Морат Йәноҙаҡов) бүләкләнде.

«Легенда» номинацияһында республикабыҙҙа мәҙәниәт һәм йыр жанрын үҫтереүгә тос өлөш индергән сәнғәт эшмәкәрҙәре бүләкләнә. Тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артистары Тәнзилә Үҙәнбаеваны һәм Асия Смакованы аяғүрә баҫып алҡышланы.

«Асыш» номинацияһында йәш таланттар сығыш яһай. Рөстәм Йәнгиров моңло тауышы һәм күптәр яратып тыңлаған «Кейек ҡаҙҙар» йырын оҫта башҡарыуы менән хәтерҙә ҡалды.

«Моңло ғаилә» номинацияһы еңеүселәре – Тайыповтар башҡарыуында үҙенсәлекле йыр яңғыраны. Кескәй Баязит менән Сараның сығышы ихлас һоҡланыу уятты. «Рух көсө» номинацияһында билдәләнгән Азат Исҡужиндың йырын тамашасылар күҙ йәштәре аша тыңланы.

«Юлдаш» өсөнсө йыл «Радионың халыҡ артисы» миҙалын тапшыра. Радио  тыңлаусылар һәм яҙылыусылар тауыш биреү юлы менән лайыҡлыларҙы һайлай, һөҙөмтәләр концерт ваҡытында иғлан ителә. 2024 йылда исем һәм миҙал өсөн Ян Лираның һәм Ирек Ноғомановтың ижадын һөйөүселәр көрәште. Улар өсөн 5 меңгә яҡын кеше тауыш бирҙе, 53% Ирек Ноғомановты һайланы.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ай һайын үткәрелгән хит-парад еңеүселәрен дә радио тыңлаусылар һайлай. Быйыл «Йыл меценаты» тигән яңы номинация булдырылды. Ул йыл дауамында милли мәҙәниәт үҫешенә, радиостанцияларға төрлө акциялар һәм саралар уҙғарырға ярҙам иткән яҡташтарыбыҙға тапшырыла. Рафаэль Мифтахов диплом, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.

Тамашасыларҙы һәр ваҡыттағыса уйындар һәм бүләктәр, «Теге өсәү» тапшырыуын алып барыусыларҙан йылы шаяртыуҙар, моңло йырҙар, хит-парад еңеүселәре һәм байрам ҡунаҡтары Филүс Ҡаһиров, Рөстәм Ғиззәтуллин, Зилиә Бәхтиева, Гөлсөм Бикбулатова, Вилдан Ярулин, Венера Юлгилдина, Азамат Тимеров, «Бишбармаҡ» оркестры, Элвин Грей һәм башҡа популяр йырсылар менән осрашыу көтә ине.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-03/v-ufe-festival-yuldashhit-nazval-laureatov-za-proshedshiy-god-4034273

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика