20:25 (UTC+5), 03 Декабрь 2024

Башҡортостан Башлығы Дәүләт ҡурайсылар ансамбленә нисек эләгергә мөмкин икәнлеге тураһында һөйләне

Фото: скриншот
Ләйлә Аралбаева

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Дәүләт ҡурайсылар ансамбленә нисек эләгергә мөмкин икәнлеге хаҡында ла һөйләне. Өфө ҡалаһының 7-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Данил Никитин тура эфирҙа башҡорт телендә уға ошондай һорау бирҙе. Йәш ҡурайсы балалар ансамбле менән бергә республика етәксеһе һәм тамашасылар өсөн уйнап та күрһәтте. Уларҙың коллективы яңыраҡ Дәүләт ансамбле менән таныштырыу сараһында ҡатнашҡан икән.

– Ҡурайҙа уйнау бик яҡшы, тимәк, шәхес гармониялы үҫешә. Улар республикабыҙҙың сәнғәт училищеларында уҡый ала, сәнғәт институтында ла бүлек бар, унда юғары белем алырға мөмкин. Ошо юлдарҙы үтергә, үҙеңә ышанырға кәрәк һәм шул саҡта барыһы ла тормошҡа ашыр. Данил Никитиндың бөтә мөмкинлектәре бар, – тине Радий Хәбиров һәм Данилды башҡорт телендә таҙа һөйләшкәне өсөн маҡтаны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һүҙ 2024 йылда ойошторолған Дәүләт ҡурайсылар ансамбле тураһында бара, уның етәксеһе –  билдәле музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Азат Айытҡолов.

- Ҡурайсылар ансамбле күптән кәрәк ине. Беҙ уны иртәнән кискә тиклем концерттар бирһен өсөн генә түгел, ә ҡурайҙы, сәнғәтте үҫтереүҙә, шул иҫәптән йәштәребеҙ өсөн төп йүнәлеш булып сығыш яһаһын өсөн ойошторҙоҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-03/glava-bashkirii-rasskazal-kak-popast-v-gosansambl-kuraistov-4035619

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика