

Өфөлә иң сибәр башҡорт Ҡарһылыуҡайҙары һайланды. 30 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа «Ҡарһылыуҡай-2024» матурлыҡ һәм традициялар конкурсының гала-финалы уҙҙы.
«Финалда республикабыҙҙан 30 Ҡарһылыу ҡатнашты, — тине конкурстың директоры Айгөл Үтәгәнова. — Әммә уларҙың яртыһы — 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар призлы урындар өсөн ҡатнашманы, сөнки беҙ традиция буйынса бөтә балаларға ла гран-при тапшырабыҙ. Ә төп бүләктәр — Рәсәй һәм халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында ҡатнашыу өсөн 12-17 һәм 18-18 йәшлек һылыуҡайҙар үҙ һәләтен күрһәтте».
Өлкән ҡатнашыусылар араһында гран-приға Волга дәүләт һыу транспорты университеты Өфө филиалының 2-се курс курсанты Ангелина Баркутова лайыҡ булды. Ул Дамира Сәйетованың репертуарынан йыр башҡарҙы һәм үҙ халҡының мәҙәниәтенә, йолаларына булған һөйөүе хаҡында һөйләне.
Юниорҙар араһында Учалы уҡыусыһы Элиза Фәйзуллина «Ҡарһылыуҡай» исемен алды. Уның күңелгә үтеп инерлек «Торналар» бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Башҡа ҡатнашыусылар призлы урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Өлкәндәр араһында беренсе урынды — Әбйәлил районынан Гөлминәз Ғүмәрова, ә икенсе урынды Эльвира Ғарипова яуланы. Уҡыусыларға килгәндә, беренсе урынды Данилина Кузиәхмәтова һәм Аделина Ганьшева алды. Икенсе урынға Азалия Кинйәбулатова, Милана Хәйбуллина, Арина Ғәлиева һәм Азалия Яҡшыгилдина лайыҡ булды. Самира Кучаева, Камилла Әбүбәкерова, Анастасия Кошевая, Азалина Мортазина, Ангелина Яҡупова, Алтынай Хашимова һәм Регина Миңлеғолова 3-сө дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ҡулдан эшләнгән затлы дизайнер таждары, киң таҫмалар һәм иҫтәлекле сувенирҙар бүләк ителде. Шулай уҡ сараның бағыусылары еңеүселәргә һәм ишле ғаиләнән Анна Куликоваға махсус бүләктәр әҙерләгәйне.
Проектта ҡатнашыусыларҙы киләһе этап — 6 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Рәсәйҙең милли Ҡарһылыуы» гранд финалы көтә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөнән 12 йәшлек Регина Хужинаның конкурстарҙа ҡатнашыуы һәм тиҫтерҙәренә ярҙам итеүе тураһында хәбәр иткәйне.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.