Бөгөн Өфөлә билдәле режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның «Нигеҙ» фильмы «Синема парк» кинотеатрында күрһәтелде. Зал тулы халыҡ яңы башҡорт фильмын оҙаҡ ваҡыт алҡышланы, артабан да ҙур еңеүҙәр һәм асыштар теләне. Тәрән мәғәнәле, йөрәктәргә үтеп инерлек кинонан һуң тамашасылар күҙ йәштәре аша режиссерға рәхмәтен белдерҙе.
Өфөнән башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Ғәзизова фильмды республика мәктәптәрендә күрһәтергә тәҡдим итте.
– Был фильмда бик ҙур тәрбиәүи мәғәнә ята. Уны мәктәптәрҙә күрһәтергә мөмкин. Беренсенән, ул ололарҙы хөрмәт итергә өйрәтә, тыуған илгә һәм кесе Ватаныңа һөйөү уята. Режиссер йәш булһа ла, бик көнүҙәк мәсьәләләрҙе аса алған. Афарин, Фәрзәнә, – тип рәхмәтен белдерҙе педагог.
Режиссерҙың эшен коллегалары ла юғары баһаланы. Танылған режиссер, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты Булат Йосопов, беҙҙә шундай шәп кино төшөрөрҙәй ҡыҙҙар бар, тине.
– Сабып барған атты ла туҡтатыр, тигәндәй, шундай шәп кино төшөрөрҙәй ҡыҙҙар бар. Был фильмдың темаһы бик ауыр. Дөрөҫөн әйткәндә, мин моңһоу, тыныс картина булыр, тип көткәйнем. Әммә, киреһенсә, бөркөттәр күккә оса, тормош йәнләнә, ҡыҫҡаһы, фильмды ҡарағандан һуң, тик ыңғай тойғолар ҡалды. Һин бик ҡыйыу, артабан да үҙеңдең фекереңде белдер. Барыһы ла килеп сығасаҡ, – тине Булат Йосопов.
Быға тиклем «Башинформ» «Нигеҙ» фильмы Германияла күрһәтеләсәге хаҡында яҙғайны.