23:26 (UTC+5), 28 Ноябрь 2024

Легендар рок-йырсы Дим Мәннәнгә «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеме бирелде

Инсаф Хужабирганов

Легендар йырсы, «Дәрүишхан» төркөмө солисы Дим Мәннәнгә үлгәндән һуң «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеме бирелде. Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев бөгөн «Дәрүишхан рухы» концертында награданы йырсының ҡатыны Альбина Ҡоләхмәтоваға тапшырырҙы.

Ошондай уҡ исем менән «Рух» төркөмөнөң тәүге солисы Ғәзинур Биктимеров (үлгәндән һуң), «Дәрүишхан» төркөмө төркөмөнөң хәҙерге лидеры Альберт Ғәббәсов наградаланды. Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. «БР-ҙың атҡаҙанған артисы» һәм «БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» званиелары йырсылар Ринат Зариповҡа һәм Юлай Асҡаровҡа, Хәйбулла районы Маҡан ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Сергей Захаровҡа тапшырылды.  

1990 йылдарҙа Дим Мәннән «Дәрүишхан» төркөмө солисы булараҡ танылыу яулай. Төркөм иһә башҡорт эстрадаһында иң популяр коллективтарҙың береһе була. Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов) 2005 йылда 35 йәшендә ҡапыл вафат булғас, «Дәрүишхан» төркөмө тарҡала.

Видео: Радий Хәбиров
Другие видео
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика