11:43 (UTC+5), 21 Ноября 2024

Өфөлә Факиһа Туғыҙбаева исемендәге әҙәби конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Ләйлә Аралбаева

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Бүләкләү тантанаһы З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте. Конкурсты «Аҡбуҙат» республика балалар журналы ҡатнашлығында Яҙыусылар союзы ойошторҙо.

Конкурсҡа әҙиптәрҙең һәм башлап яҙыусыларҙың эштәре «Шиғриәт» (шиғырҙар) һәм «Проза» (хикәйәләр, әкиәттәр, повестар) номинацияларында ҡабул ителде. Конкурс комиссияһы 109 эште алды, уларҙың 106-һы — Башҡортостандан, шулай уҡ Силәбе, Архангельск өлкәләренән, Пермь крайынан ҡулъяҙмалар бар. «Шиғриәт» номинацияһында — 65, «Проза» номинацияһында иһә 44 эш. Башҡорт телендә — 73, татар телендә — 35 эш. Шулай уҡ рус телендә бер эш ҡабул ителде.

Конкурс спикерҙары — «Тангчолпан» («Иртәнге йондоҙ») ҡумыҡ журналының баш мөхәррире, Дағстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, балалар яҙыусыһы Супиянат Мамаева, Беларусь Республикаһы һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы Инна Фролова.

«Шиғриәт» номинацияһында еңеүселәр:

1-се урын — Гүзәл Әхмәҙиевала (башҡорт телендә шиғырҙар шәлкеме),

2-се урын — Рәсимә Ильясовала (татар телендә шиғырҙар шәлкеме),

3-сө урын — Ринат Сөләймәновта (башҡорт телендә шиғырҙар шәлкеме).

 «Проза» номинацияһы еңеүселәре:

1-се урынды Ләйсән Сәлимова алды («Шарҙар йыйыусы дейеү» хикәйәләр циклы),

2-се урын — Рәзинә Урманшина («Рәмилә-Рокси» хикәйәһе өсөн),

3-сө урын — Алһыу Мансурова («Беҙәнби» хикәйәһе өсөн).

Бынан тыш, «Проза» номинацияһында — Заһиҙә Мусина («Чуча әсәһен эҙләй» хикәйәһе өсөн), «Шиғриәт» номинацияһында Миләүшә Ғәйфуллина (башҡорт телендә шиғырҙар шәлкеме өсөн) махсус приздар менән билдәләнде. «Аҡбуҙат» журналының махсус бүләктәренә «Шиғриәт» номинацияһында — Фәйрүзә Кинйәбаева (башҡорт телендә шиғырҙар шәлкеме өсөн), «Проза» номинацияһында Рәзилә Ҡотлогилдина («Ҡояшлы ҡәләм» хикәйәһе өсөн) лайыҡ булды.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов билдәләүенсә, бындай конкурстар — заман талабы, сөнки балалар нәфис әҙәбиәте яңы геройҙар, яңы сюжеттар, яңы авторҙар көтә. Балалар әҙәбиәте буйынса комиссия рәйесе Лариса Абдуллина балалар баҫмалары папкаларының кәмендә өс йылға яңы авторҙарҙың әҫәрҙәре менән тулыланыуы хаҡында белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-11-21/v-ufe-podveli-itogi-detskogo-konkursa-imeni-fakii-tuguzbaevoy-4018138

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика