07:59 (UTC+5), 20 Ноября 2024

Өфөлә «Һеңлекәш» фильмының йондоҙо мистик сериалда төшкән

Ләйлә Аралбаева

Өфөнән 12 йәшлек актер Арыҫлан Ҡырымсурин «Ведьма» мистик сериалында төшкән, тиҙҙән уны ТВ3 телеканалында ҡарарға була. Проект өҫтөндә эш октябрь аҙағында тамамланған.

«Минең өсөн был — бишенсе проект. Күптән фантастикала төшөргә теләй инем, ниһайәт, республикабыҙҙа ошондай күп сериялы фильм төшөрҙөләр», - ти  Арыҫлан.

Мистик мелодраманы төшөрөү урыны итеп Өфө һәм Ташаҫты ауылы һайланған. Тамашасылар фильмда Башҡортостандың ғәжәйеп матурлығы менән һоҡланыуҙан тыш, урындағы фольклор легендалары менән таныша ала. Башҡорт ауылына килгән ғаилә тураһындағы мелодрамала үҫмерҙәр тураһында ла сюжет бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәш актер Арыҫлан Ҡырымсурин башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмынан һуң тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Ул төп герой Йәмил ролен оҫта итеп башҡарҙы. Һуңынан Арыҫландың Саида Медведеваның «Мостай», Булат Йосоповтың «Шағир көндәлеге», Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе», Динара Әбдрәшитованың «Айназ» фильмдарында ролдәре булды.

Бынан алдараҡ «Башинформ» йәш яҡташыбыҙҙың Андреев исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты исеменә лайыҡ булыуы хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-11-20/v-ufe-zvezda-filma-sestryonka-snyalsya-v-misticheskom-seriale-4016138

 

 

 

 

 

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика