

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле республика буйлап гастролдәргә сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коллектив Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторолдо.
— Коллектив тамашасыларыбыҙ, айырыуса үҫеп килгән быуын һәм йәштәр өсөн илһөйәрлек аңын формалаштырыуға һәм тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән концерт программаһы әҙерләне. Маҡсатыбыҙ — республикала йәшәүселәр араһында музыка мәҙәниәтенә һәм милли традицияларға һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына филармонияның матбуғат хеҙмәтенән.
Программала сағыу концерт номерҙары бар. «Урал», «Ҡаһым түрә», «Ашҡаҙар», «Ҡолой кантон», «Абдрахман», «Байыҡ», «Зарифа», «Ирмәк» башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре. Шул рәүешле коллектив халҡыбыҙҙың бай музыкаль мираҫы менән таныштыра. Программала шулай уҡ заманса эшкәртеүҙәге билдәле халыҡ көйҙәре яңғырай, был үҫеп килгән быуынға бик оҡшай.
Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге концерты Асҡын ауылында уҙҙы. Киләһе концерттар Благовещенда (19 ноябрь), Йомағужала (20 ноябрь), Стәрлетамаҡта (23 ноябрь), Талбазыла (25 ноябрь) була.
Декабрҙә Салауатта, Мәләүездә, Ишембайҙа һәм республиканың башҡа ҡалаларында концерттар планлаштырыла. Ә 2025 йылдың башында Силәбе өлкәһендә һәм Татарстанда ҙур гастролдәр көтә.
«Беренсе гастролдәр — бик яуаплы мәл, әлбиттә. Быға ныҡлап әҙерләндек, сөнки беҙгә мөһим бурыс йөкмәтелгән – киң ҡатлам тамашасыға мәҙәни-эстетик һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм башҡорт музыка символын данлау. Шуға күрә беҙҙең төп эшмәкәрлегебеҙ башҡорт музыка мәҙәниәтен популярлаштырыу өсөн Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәргә йөрөү менән бәйле. Артабан ансамблде халыҡ йырҙары менән байытырға һәм халыҡ бейеүҙәре менән биҙәргә уйлайбыҙ. Бының өсөн коллективтың составын киңәйтәбеҙ», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты художество етәксеһе — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Азат Айытҡолов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 10 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге концерты ҙур уңыш менән үтте.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.