05:16 (UTC+5), 15 Ноябрь 2024

Республикала «Дуҫлыҡ моңо» йыр фестивале башланды

Ләйлә Аралбаева

Башҡортостанда Фәриҙә Ҡудашева исемендәге XVII «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы башланды.

Ике көн дауамында Нефтекама башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы, заманса милли мәҙәниәтте һөйөүселәрҙе ҡабул итә.

Халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Иглин, Илеш, Краснокама, Шаран, Өфө райондарынан, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө, Яңауыл ҡалаларынан, шулай уҡ Свердловск һәм Киров өлкәләренән йырсылар ҡатнашырға теләк белдергән. Ситтән тороп һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса 17 конкурсант финалға сыҡҡан.

Конкурс тыңлауҙары ике этапта үткәрелә, ҡатнашыусылар башҡорт йәки татар телдәрендә халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарырға тейеш.

Быйыл йырсыларҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, профессор Иҙрис Ғәзиев рәйеслегендәге жюри баһалай. Ҡатнашыусылар өсөн жюри ағзалары — Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, артистары ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

15 ноябрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы һәм жюри ағзалары ҡатнашлығында гала-концерт була.

Фестиваль туғандаш халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереү һәм үҙ-ара байытыу; милли мәҙәниәттең яңы йондоҙҙарын асыҡлау; йәш башҡарыусыларға ярҙам итеү; Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә йәшәгән башҡарыусылар менән ижади бәйләнештәр булдырыу; Башҡортостандың һәм Татарстандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең, эшлекле даирәләренең, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының көстәрен берләштереү маҡсатында уҙғарыла.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-11-14/v-bashkirii-startoval-pesennyy-festival-dusly-mo-o-4008276

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика