16:55 (UTC+5), 13 Ноября 2024

«Яҙыусы тыуҙы»: Өфөлә Айбулат Сәсәнбаевтың яңы китабы донъя күрҙе

Фото: Айбулат Сәсәнбаев
Инсаф Хужабирганов

«Шағир тыуҙы!» 1962 йылда Яҙыусылар союзында Рәшит Назаровтың тәүге йыйынтығын тикшергән ваҡытта күренекле шағир Назар Нәжми шулай тип ҡысҡырып ебәрә. Талант табылды, талант, тип түҙемһеҙләнеп коридорға сығып һөрәнләй әҙип. Һуңыраҡ Назар Нәжми был хаҡта «Аяғүрә» тип аталған мәҡәлә яҙа.

Ысынлап та, ул осорҙа, унан һуңғы 80-се - 90-сы йылдарҙа ла башҡорт әҙәбиәтенә йәштәр тулҡын-тулҡын булып килә. Бөгөн иһә, томан араһында Таңсулпандарҙы, Айгөлдәрҙе, Сәсәнбайҙарҙы күргәндәй булам, тип яҙғайны бер мәҡәләһендә танылған яҙыусы Мөнир Ҡунафин. Томан яйлап тарала башланы, тиергә мөмкиндер. Мәҫәлән, күптән түгел йәш шағирә Айгөл Йәмилеваның яңы йыйынтығы донъя күрһә, йәш ижадсы Айбулат Сәсәнбаев әҙәбиәт һөйөүселәрҙе «Патриот бабай» тип аталған романы менән ҡыуандырҙы. Айбулатҡа ҡарата иһә, яҙыусы тыуҙы, тип оло баһа бирҙе шағир Әхмәр Үтәбай «Башинформ» агентлығы журналисы менән әңгәмәлә.  

Айбулат Сәсәнбаев республикабыҙҙа быға тиклем бер нисә шиғри йыйынтығы донъя күргән, Сибай сәхнәһендә пьесаһы ҡуйылған оҫта ижадсы булараҡ танылғайны инде. Күренекле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина «Башинформ»ға биргән интервьюһында Айбулаттың яҙыусы булып өлгөрөүе хаҡында һөйләне: 

Башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге юҡ, тип әйтеү мөмкин түгел, шәп яҙыусылар бар, хәҙер беҙгә кимәлле уҡыусылар кәрәк. Мәҫәлән, быйылғы йәйемде «Инеш» нәшриәтендә баҫыуға әҙерләнгән китаптарҙы уҡып үткәрҙем. Улар араһында Айбулат Сәсәнбаевтың романы ла бар ине. Йәш ҡәләмдәшем Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тарихи ваҡиғаларҙы, ҡытайҙарҙың характерын, шул осорҙағы тормошто образдар аша бик матур итеп асҡан. Мөхәррирләгән ваҡытта уҡып-уҡып ҡарайым, ҡайһы бер һүҙбәйләнештәр бер-береһенә тура килмәгән, бәйләнеше юҡ кеүек. Ҡәләм алып төҙәтергә ынтылам һәм шул килеш ҡалдырам, үҙенсәлекле тел менән яҙылған. Ошоноң менән ул ысын яҙыусы. Егеттең үҙенә генә хас үҙенсәлекле стиле барлыҡҡа килергә тора. Романды уҡып бик ҡыуандым, — тип билдәләне Гөлсирә Ғиззәтуллина.

Әйткәндәй, иртәгә Өфөлә З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала йәш яҙыусы Айбулат Сәсәнбаевтың китабының исем туйы уҙа. Сара 14:00 сәғәттә башлана.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика