08:16 (UTC+5), 08 Ноября 2024

Hazina башҡорт этно-проекты «Шаболовка, 37» клубында сығыш яһаны

Ләйлә Аралбаева

Hazina башҡорт этно-проекты «Рәсәй-Мәҙәниәт» каналында «Шаболовка, 37» музыкаль клубы программаһында ҡатнашты. Коллектив традицион мәҙәниәт нигеҙендә сағыу музыкаль эксперименттары менән тамашасылар һәм тәнҡитселәр араһында танылыу яулаған.

«Шаболовка, 37» музыкаль клубын музыкант Вадим Эйленкриг алып бара. Hazina тамашасыларға NAZA дебют альбомынан үҙенең композицияларын тәҡдим итте.  «Ҡуңыр буға», «Мөғлифә», «Ишбирҙе ҡасҡын» һәм «Алты егет» тигән халыҡ йырҙары яңғыраны.

«Бең киң аудиторияға Башҡортостандың боронғо традициялары һәм легендалары яңғыраған музыкабыҙҙы асыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ», — тине төркөмдөң йырсыһы Наилә Биктимерова.

Проектта ҡатнашыусылар ҙа йылы осрашыуҙан илһам-дәрт алды. Проект етәксеһе Земфира Рәшитова тамашасыларҙы башҡорт халҡының уйын ҡоралы ҡурайҙың тарихы менән таныштырҙы, ә ҡумыҙсы һәм йырсы Зәлиә Нурлы альбомдың композицияларын ижад итеүгә илһамландырған легендалар хаҡында һөйләне.

Төркөм Нина Шацкаяның Jazz-триоһы һәм Вадим Эйленкригтың Eilenkrig Crew коллективы менән башҡорт халыҡ йыры «Йүккәкүр генәйем» һәм рус халыҡ йыры «Перевоз Дуня держала» темаһына импровизация башҡарҙы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-11-07/bashkirskiy-etno-proekt-hazina-vystupil-v-klube-shabolovka-37-3999947

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика