

Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан Башҡортостан Фәндәр академияһының Башҡорт энциклопедияһы институты коллективы үҙенсәлекле баҫма — «Мостай Кәрим» тигән энциклопедияһын баҫтырып сығарҙы. Илдә аҙ һанлы шәхси әҙәби энциклопедиялар иҫәбенә ингән китап Башҡортостан Президентының 2006 йылдың 17 ғинуарындағы «Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримовтың (Мостай Кәримдең) иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында» указына ярашлы әҙерләнде.
Китап авторҙары һүҙҙәренсә, энциклопедияла ижады донъя кимәлендәге әҙәби классикаға ҡараған әҙиптең тормошо һәм ижады хаҡында мәғлүмәттәр тупланған. Фәнни-популяр баҫма киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Китап Башҡортостандың халыҡ шағиры, энциклопедияның Ғилми-редакция коллегияһының баш мөхәррире Рауил Бикбаевтың мәҡәләһе менән асыла.
Энциклопедия 1800-ҙән ашыу мәҡәләнән тора, уларҙың күпселеге яҙыусының ижадына арналған. Баҫмала халыҡ шағирының рус, сит ил әҙәбиәттәре менән бәйләнешен, әҫәрҙәренә кино төшөрөү, музыка яҙыу һәм уларҙы сәхнәләштереү тарихын сағылдырған мәҡәләләр, 800-ҙән ашыу иллюстрация бар.
Әйткәндәй, «Башинформ» Башҡортостан Фәндәр академияһында «Мортаза Рәхимов» энциклопедияһының исем туйы үтеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.