Был аҙнала Өфөнөң Нестеров музейына Третьяков галереяһынан 49 картина килтерәләр, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары Исаак Левитан, Илья Репин, Валентин Серов, шулай уҡ Иван Шишкин һәм башҡа оҫталарҙың сәнғәт әҫәрҙәрен ҡарай ала.
«Академизмдан экспрессионизмға» тигән экспозиция 31 октябрҙә асыла. Күргәҙмә 15 декабргә тиклем эшләй.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың йәш рәссамдары «Донъя картинаһы» конкурсында ҡатнаша алыуы хаҡында яҙғайны.