07:13 (UTC+5), 21 Октября 2024

Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Ҡара һыуҙар» спектакленең премьераһын ҡараны

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостандың халыҡ шағиры, совет һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы 20 октябрҙә республиканың Милли йәштәр театрында шағирҙың «Ҡара һыуҙар» поэмаһы буйынса спектаклдең премьераһы булды.

Спектакль башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тамашасыларҙы һәм театр коллективын Мостай Кәримдең 105 йыллығы менән ҡотланы.

«Барыбыҙҙы ла күренекле шәхес, башҡорт халҡының улы, бөйөк шағир Мостафа Сафа улы Кәримовтың тыуыуына 105 йыл тулыуы уңайынан ихлас ҡотлайым. Күптәребеҙҙең тормошонда ул һоҡланғыс эҙ ҡалдырҙы тип әйткем килә. Мин үҙемде бик бәхетле кеше тип иҫәпләйем, шул иҫәптән уның менән аралаша һәм эшләй алыуым менән. Ул бөйөк шағир ғына түгел, ул бөйөк гражданин, ғәжәйеп кеше, сағыу йәмәғәтсе һәм сәйәси эшмәкәр. Шуныһы мөһим: уның мираҫы бөгөн дә һаҡлана. Хөрмәтле Әлфиә Мостай ҡыҙы, бөтәбеҙ исеменән һеҙгә эшмәкәрлегегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ Мостай Кәримдең мираҫын һаҡлап ҡалыу, башҡорт телен үҫтереү, йәш актерҙарға, ошо театрға ярҙам итеү өсөн күп эш башҡараһығыҙ», — тине Радий Хәбиров һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла театр коллективын премьера менән ҡотланы. Милли йәштәр театры — беҙҙең ғаилә өсөн икенсе йорт, Мостафа Сафа улы йәш режиссерҙар һәм актерҙар эшләгән театрҙы бик ярата ине, тип билдәләне ул.

«Ҡара һыуҙар» поэмаһы драма театрында беренсе тапҡыр сәхнәләштерелә, быға тиклем Башҡорт опера һәм балет театрында Салауат Низаметдиновтың шул уҡ исемле операһы ҡуйылғайны.

Хәл-ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осорҙа бара. Яу ҡырында хәбәрһеҙ юғалған һөйгән йәре өсөн йөрәк түрендә күпме йылдар ҡәҙерле хистәр һаҡлаған тол ҡатын сыҙамлығы хаҡында фажиғәле хикәйәт ул.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-10-20/radiy-habirov-posetil-premieru-spektaklya-chernye-vody-v-nmt-imeni-mustaya-karima-3975894

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика