06:36 (UTC+5), 08 Октября 2024

Өфөлә махсус хәрби операция геройҙары тураһында спектакль сәхнәгә сыға

Фото: театрҙың матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт театрҙарынан тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция геройҙарына арналған спектакль сәхнәләштерә. Башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов үҙенең пландары менән уртаҡлашты. Спектакль өҫтөндә эш декабрҙә башлана, премьера 2025 йылдың 20 һәм 21 февралендә көтөлә.

Пьеса Мөнир Ҡунафиндың «СВОими глазами» тигән китабындағы очерктарына һәм хикәйәләренә нигеҙләнгән. Әлегә спектакль «Бер ғүмер етмәй икән, йәки Геройҙар дәүере» тип атала.

Бында «Хәсән», «Хакер» һәм «Историк» позывнойлы яугирҙәр тураһында һүҙ бара. Әҫәр ысын булған хәл-ваҡиғаларға таянып яҙылған.

«Беҙ автор менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ауыр мәлдәрҙә кешенең ысын асылы күренә. Уларҙың уйҙары һәм ҡылыҡтары аша һуғыштың бөтә аспекттары, шулай уҡ илебеҙҙә һәм ватандаштарыбыҙҙың йөрәгендә уға ҡарата мөнәсәбәт асыла. Хәҙерге квадрокоптерлы һәм технологик һуғышта ҡаһарманлыҡҡа урын бармы? Автор "кеше ғүмеренең хаҡы ниндәй һәм Тыуған илдең бөйөклөгө ниҙә" тигән һорауға яуап эҙләй», — тип һөйләне Рөстәм Хәкимов.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-10-08/v-ufe-postavyat-spektakl-o-geroyah-spetsialnoy-voennoy-operatsii-3959474

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика