Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Октябрь 2024, 12:44

Яҡташыбыҙ «Азия королеваһы-2024» исемен яуланы

социаль селтәрҙәр
Фото: социаль селтәрҙәр

Ҡытайҙың Шанхай ҡалаһында кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Азия королеваһы-2024» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы уҙҙы. Унда Көньяҡ Корея, Япония, Малайзия, Индонезия, Һиндостан, Ҡытай, Монголия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙең вәкилдәре ҡатнашты.

Рәсәй исеменән конкурста «Башҡортостан һылыуҡайы-2023» Луиза Эшрокова сығыш яһаны. Уға 34 йәш, 9 йәшлек ул тәрбиәләй, сығышы менән Салауат ҡалаһынан. Луиза Гран-при яуланы (абсолют еңеүсе).

«Таж беҙҙә, Рәсәйҙә. Ҡытайҙа минең беренсе халыҡ-ара конкурсым, шәп һөҙөмтә, — тип яҙҙы модель «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә. — Был еңелдән булманы, әммә матур, мәңге онотолмаҫ хис-тойғолар ҡалдырҙы. Яңы илде күреүем, донъяның төрлө мөйөштәренән килгән кешеләр менән танышыуым менән бәхетлемен».

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-10-07/zhitelnitsa-bashkirii-zavoevala-titul-koroleva-azii-2024-3957845

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас