Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Октябрь 2024, 15:42

Яҡташыбыҙ Луиза Эшрокова Ҡытайҙа матурлыҡ конкурсында ҡатнаша

28 сентябрҙән 3 октябргә тиклем Шанхайҙа кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Азия королеваһы-2024» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы үткәрелә.

Конкурс Азия ҡитғаһының төрлө мөйөштәренән: Көньяҡ Кореянан, Япониянан, Малайзиянан, Индонезиянан, Һиндостандан, Ҡытайҙан, Монголиянан, Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан һәм башҡа илдәрҙән ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Рәсәй исеменән «Башҡортостан һылыуҡайы-2023» исемен яулаған Луиза Эшрокова сығыш яһай.

Луизаға 34 йәш, 9 йәшлек улы бар, сығышы менән Салауат ҡалаһынан, тип хәбәр итте уның остазы Луиза Закирйәнова.

Конкурсты ойоштороусылар ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләгән: экскурсиялар, фотосессиялар, оҫталыҡ дәрестәре, милли кейем күрһәтеү һәм ижади номер. Финал 3 октябрҙә була.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-10-02/luiza-eshrokova-predstavlyaet-bashkiriyu-na-konkurse-krasoty-zamuzhnih-ledi-v-kitae-3953271

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас