12:05 (UTC+5), 02 Октября 2024

«Мисс Рәсәй-2024» матурлыҡ конкурсында халыҡ тауыш биреүе башланды

Ләйлә Аралбаева

«Мисс Рәсәй-2024» милли гүзәллек конкурсында интернет аша халыҡ тауыш биреүе башланды. Башҡортостан исеменән «Мисс Республика-2024» конкурсы еңеүсеһе Радмила Әсфәндиәрова сығыш яһай.

Иң күп тауыш йыйған ун ҡыҙ автоматик рәүештә финал шоуында 20 һылыуҡай исемлегенә индерелә, тип хәбәр итте «Башинформ»ға Луиза Закирйәнова.

Ошо һылтанма буйынса тауыш бирергә мөмкин. Тауыш биреү бушлай.

Конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 50 һылыуҡай ҡатнаша. Конкурс барышында Башҡортостан вәкиле Радмила Әсфәндиәрова милли кейем, ижади номерҙар һәм хәйриә проекттары этаптарында еңеүсе булды. 

«Мисс Рәсәй-2024» милли конкурсының финалы 5 октябрҙә Мәскәүҙә уҙа.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-10-02/nachalos-narodnoe-golosovanie-na-konkurse-krasoty-miss-rossiya-2024-3953015

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика