

9 октябрҙә, Республика көнө алдынан, Милли музей «Рәмил Килмәмәтов. Башҡортостан хаҡында һөйөү менән» тигән фотокүргәҙмәне асыу тантанаһына саҡыра.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, проект Рәсәйҙең танылған фоторәссамы һәм мәҙәниәт эшмәкәре Рәмил Килмәмәтовтың(1949-2019) тыуған төйәгенә – Башҡортостанына бағышланған һайланма эштәре коллекцияһы менән таныштыра.
Рәмил Килмәмәтов – илебеҙҙең художество фотографияһының иң яҡшы классик традицияларын һаҡлаусы. Уның барлыҡ фотоһүрәттәренә Тыуған ил тойғоһо, тормош гармонияһы, ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек, оптимизм хас. «Рәмил Килмәмәтов. Башҡортостан хаҡында һөйөү менән» күргәҙмәһе – һәр кемде йәнә бер тапҡыр күп сәйәхәт иткән, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белгән һәм тормошто сикһеҙ яратҡан шәхестең матур фоторәсемдәре донъяһына саҡыра.
Рәмил Исмәғил улының бик күп наградалары һәм исемдәре бар, ул ил кимәлендәге, шулай уҡ халыҡ-ара саралар һәм форумдар ойоштороусы, иҫәпһеҙ-һанһыҙ шәхси күргәҙмәләр геройы булды. Уникаль проект – фоторәссамдарҙың «Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» халыҡ-ара акцияһы 28 йылдан ашыу ғәмәлгә ашырылып килде. Унда Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, ШОС һәм БРИКС илдәре, ТӨРКСОЙ, Европа һәм Америка ҡитғаһының иң яҡшы фотографтары ҡатнашты. Һәр ваҡыт акцияла ҡатнашҡан илдәрҙә «Традицияларҙы һаҡлаған ер» һәм «Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән» фотокүргәҙмәләре ойошторолдо. Бынан тыш, фотоальбомдар донъя күрҙе. Улар донъяны республикабыҙ, бәрәкәтле Башҡортостан ерендә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра.
Күргәҙмә көндөҙгө сәғәт 3-тә асыла.
6+
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.