
9-11октябрҙә Башҡортостанда икенсе йыл рәттән башҡорт теленән онлайн-олимпиада үткәрелә. Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлылыҡ кимәлендәге мәсьәләләр буйынса онлайн-тест формаһында заданиелар әҙерләнгән:
Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө кимәлдәге онлайн-тест һорауҙары әҙерләнгән:
Тест һорауҙарына яуап биреү өсөн 9 октябрҙән 11 октябргә тиклем basholimpiada.ru сайтына инеп, теркәлергә кәрәк. Артабан өс кимәлдең береһен һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә генә ҡала. Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны менән сертификат тапшырыла. 100 балға тиклем йыйыу мөмкинлеге бар.
Олимпиада тамамланғандан һуң сайтта белемде үҙ аллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар урынлаштырыла. Әгәр ҙә теркәлеү, тест үтеү йәки сертификат алыу, техник аспекттар менән бәйле ҡыйынлыҡтар тыуһа, 7(3472) 46-58-24 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы башҡорт теленең бәҫен арттырыу йүнәлешендә бихисап проекттарҙы тормошҡа ашыра. Башҡорт теленән диктант акцияһы 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Башҡорт теленән олимпиаданы икенсе йыл ғына үткәрәбеҙ, әммә ул да халыҡ һөйөүен яулар, яҡшы йолаға, туған телебеҙҙе өйрәнеү проблемаларына иғтибар йәлеп итерҙәй популяр инструментҡа әүерелер тигән өмөттәбеҙ, – тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.
2023 йылдың октябрендә олимпиадала Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 илдән вәкилдәр ҡатнашты. Биш көн дауамында бөтәһе 27 614 кеше белемен тикшерҙе.
Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы «Мираҫ» йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды менән берлектә үткәрә. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.