Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың хәтере мәңгеләштерелде. Аҡбулаҡ районының Аҡбулаҡ ҡасабаһында яҙыусыға мемориаль таҡтаташ асылды.
Билдәле шағир, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаев 1953-1956 йылдарҙа Аҡбулаҡ педагогия училищеһында уҡыған. Үҙенең күп кенә әҫәрҙәрен, шул иҫәптән «Вокзал» поэмаһын ошо осорҙа ижад иткән. Аҡбулаҡ педагогия училищеһында алған тәрән белем, яҡшы тәьҫораттар бөйөк шәхестең формалашыуына йоғонто яһаған, тип билдәләнеләр республиканың Яҙыусылар союзында.
Мемориаль таҡтаташты Ырымбур ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы (етәксеһе Марат Сарбаев) эшләгән.
«Башинформ» Башҡортостанда күренекле ғалим һәм яҙыусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфөнөң почетлы гражданы Рәшит Шәкүрҙең хәтерен мәңгеләштереү тураһында хәбәр иткәйне.