Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 93-сө ижад миҙгелен асырға әҙерләнә. Быйыл — яңыртылған, заманса һәм уңайлы бинала, тип яҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
«2023 йылдың декабренән алып бында 462 спектакль сәхнәләштерелде, 81 149 тамашасы ҡараны, — тине ул. — Декабрь хаҡында яҙам, сөнки тап шул ваҡытта артистар «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса күләмле реконструкциянан һуң тәүге спектаклен ҡуйҙы».
Яңы миҙгелдә премьералар, республика буйлап гастролдәр, фестивалдәрҙә ҡатнашыу ҡаралған. 26-29 сентябрҙә Өфөлә Сергей Образцов исемендәге дәүләт академия ҡурсаҡ театрын гастролдәргә көтәләр. Уның артистары Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында алтын фондтан бер нисә спекталь күрһәтә.
«Ҡыҙыҡ, ҡурсаҡ сәхнәһе оҫталары беҙҙең театрҙы нисек баһалар икән», — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡорт ҡурсаҡ театрында тормош — сәхнәлә генә түгел. Бында балалар студияһы ла эшләй. Режиссерҙар, актёрҙар һәм рәссамдар балалар менән бергә һүрәт төшөрә, ҡурсаҡтар яһай, декорациялар уйлап сығара һәм спектаклдәр сәхнәләштерә.
«Октябрь айында театрҙа мультимедиалы уйын залын асырға уйлайбыҙ. Компьютер технологиялары ярҙамында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре башҡорт мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, риүәйәттәре менән таныша алыр», — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.