

14 сентябрҙә Салауат дәүләт башҡорт драма театры Грозныйҙа (Чечен Республикаһы) «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең повесы буйынса «Ярлыҡау» балладаһын сәхнәгә сығара.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Грозный ҡалаһында «Ярлыҡау» спектаклен «Алтын битлек»тең эксперт советы рәйесе һәм «Федерация» фестиваленең художество советы ағзаһы Дмитрий Родионов баһалай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эксперт советы ҡарары буйынса «Ярлыҡау» спектакле (режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев) видеояҙма буйынса алдан һайлап алыуҙы үтеп, «Дәғүә итеүсе» статусын алды.
«Тимәк, эксперттар Рәсәйҙең төрлө театрҙарынан ебәрелгән спектаклдәрҙең яҙмаһын баһалаған. Хәҙер спектаклдең яҙмышын эксперт советы ағзалары уны үҙҙәре ҡарағандан һуң хәл итергә тейеш. Уларҙың ҡарары 2024 йылдың аҙағына тиклем иғлан ителә», - тип билдәләне театрҙың матбуғат секретары Динә Бәширова.
Дмитрий Родионов — «Алтын битлек» Милли театр премияһының эксперт советы рәйесе, театр белгесе, театр тәнҡитсеһе, «Сцена» журналының баш мөхәррире, Бахрушин исемендәге Театр музейының генераль директоры (2007-2021), К. С. Станиславский премияһы лауреаты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.