12:09 (UTC+5), 09 Сентября 2024

Республика етәксеһе махсус хәрби операция геройҙары хаҡында кино төшөрөргә ҡушты

Ләйлә Аралбаева

Бөгөн Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә махсус хәрби операция геройҙары хаҡында кино төшөрөргә ҡушты. Ошо маҡсатҡа дәүләт заказы бар, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

– Кинорежиссерҙар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашҡанда гранттар бирергә һөйләштек. Хәҙер дәүләт заказы махсус хәрби операция менән бәйле. Һоҡланғыс яҙмышлы геройҙарыбыҙ күп, – тине республика Башлығы. – Ғөмүмән, беҙ фильмдарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, иң мөһиме – киноға йөрөйбөҙ.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, әлеге көндә мөһим булған Тыуған илде һаҡлау, егеттәребеҙҙең махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы темаһына сценаристар, режиссерҙар битараф түгел. Министр үҙенең сығышында хәрби операция темаһына төшөрөлә башлаған бер нисә фильмды телгә алды.

– Радик Килмәмәтов Сибай театр-концерт берләшмәһенең мобилизацияланған артистары тарихына арналған «Герой бейеүе» фильмы өҫтөндә эшләй. Фильм башлыса батырҙарса һәләк булған бейеүсе егет Илнар Хәтмуллинға арнала. Ул яҡындарының һәм дуҫтарының күңелендә мәңге йәш булып ҡалды. Фильмды 11 октябргә – Республика көнөнә тамамлайбыҙ, –  тине министр. – Руслан Юлтаев алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән милли ризыҡтарыбыҙ хаҡында «Күстәнәс» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән геройыбыҙ Фәнис Хөсәйенов тураһында анимация фильмы өҫтөндә эшләйбеҙ.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, «яҡут киноһы» феномены менән бер рәттән «башҡорт киноһы» феномены бар, яҡут кинематографистарынан өйрәнергә кәрәк. Республика етәксеһе илһөйәрлек рухындағы анимация трилогияһының дауамын көтә, уның беренсе фильмы  «Төньяҡ амурҙары» тип атала. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, киләһе бүлек легендар комдив, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышлана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-09-09/glava-bashkirii-poruchil-snimat-kino-o-geroyah-svo-3922189

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика