09:35 (UTC+5), 27 Августа 2024

Өфөлә «Евразия йөрәге» фестиваленең махсус ҡунаҡтары – «Пицца», Алһыу һәм Басков

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйлә Аралбаева

Быйыл «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале – Өфөнөң 450 йыллығына арналған төп сараларҙың береһе. Фестивалде асыу тантанаһы 30 августа «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында була.

– «Евразия йөрәге» Өфөлә һигеҙенсе тапҡыр ойошторола: фестивалде республика халҡы ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм илдәренән ҡунаҡтар ҙа ихлас көтә. «Торатау» амфитеатрына йыл һайын йөҙ меңдән ашыу кеше йыйыла. 30 һәм 31 августа барыһын да «Евразия йөрәге»ндә көтөп ҡалабыҙ», – тип саҡырҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдең тәүге көнөндә Өфө тамашасылары алдында сағыу һәм популяр башҡарыусылар сығыш яһай, улар араһында «Пицца» төркөмө бар, солисы – Өфө егете, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сергей Приказчиков.

Фестивалдә үҙенсәлекле «Бишбармаҡ» оркестры ла ҡатнаша. Уның репертуарында – төрлө жанрҙағы 40-тан ашыу йыр һәм композиция, ҡайһы бер йырҙар хитҡа әйләнде («Алға», «Башҡортостандың баш ҡалаһы», «Йәй йыры»).

«Евразия йөрәге» тамашасыларын Рәсәйҙең эстрада йондоҙҙары Ваня Дмитриенко, Алексей Воробьев, шулай уҡ 2023 йылда Минскиҙың Йәштәр эстрада театры нигеҙендә ойошторолған «HARIZMA» төркөмө сығышы көтә. Ҡатнашыусылар араһында Никита Костюкевич, Владислав Сазонов, Артем Пинчук, Кирилл Кучинский бар.

31 августа Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Алһыу, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), HammAli & Navai, ZAINETDIN һәм «Hazina» этно-проекттары, hip-hop башҡарыусылар Rena RNT һәм Rody Dillon сығыш яһай, фестиваль Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басковтың сығышы менән тамамлана.

12+

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-08-27/v-ufe-hedlaynerami-festivalya-serdtse-evrazii-vystupyat-pitstsa-alsu-i-baskov-3900212

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика