07:00 (UTC+5), 19 Августа 2024

Хәйбуллала күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте
Ләйлә Аралбаева

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында оҫта ҡурайсы һәм башҡорт фольклорының күренекле вәкиле Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды. Тантана 17 августа Түңгәүер ырыуы йыйыны барышында үтте, унда билдәле солистар һәм ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнашты.

Йомабай Иҫәнбаев һәйкәленең авторы —  билдәлелек яулаған башҡорт скульпторы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов (Өфөләге Заһир Исмәғилев һәйкәле, «Ете ҡыҙ» фонтаны һәм башҡалар).

«Һәйкәл асылыуы — бик мөһим ваҡиға. Ул башҡорт халҡының мираҫына һәм традицияларына ихтирам билдәһе булып тора», — тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев.

Шул уҡ көндө ҡурайсының тыуған төйәгендә уға бағышланған китаптың исем туйы уҙҙы. Данлыҡлы ҡурайсы хаҡында яҡташтары, китаптың авторҙаштары — Йомабай Иҫәнбаевтың биографияһын өйрәнгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Түңгәүер ырыуы башлығы Хөрмәтулла Үтәшев үҙ һүҙен әйтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Өфөлә Йомабай Иҫәнбаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап-альбом нәшер ителеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-08-19/v-bashkirii-otkryli-pamyatnik-vydayuschemusya-kuraistu-yumabayu-isyanbaevu-3890439

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика