Ике симфоник оркестр — Евгений Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт оркестры һәм маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан дәүләт оркестры йондоҙло солистар командаһы менән бергә өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата өс концерт бүләк итмәксе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Совет майҙанында музыка фестивале Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән ойошторола. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылда Радий Хәбиров «Көҙ романтикаһы» фестивален донъялағы иң яҡшы майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелдерергә ҡушты. Быйыл «Көҙ романтикаһы» икенсе тапҡыр үткәрелә.
22 августа Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков етәкселегендәге республика дәүләт академия симфоник оркестры Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов менән сығыш яһай.
23 августа маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан дәүләт оркестрының йондоҙҙар менән сығышын ҡарарға мөмкин , улар араһында — Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин (кларнет), Үзбәкстандың, Ҡарағалпаҡстандың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Женисбек Пиязов (бас-баритон), Ҡарағалпаҡстандың атҡаҙанған артисы Бегисбай Тимербаев (тенор), Хөрсәнбәк Атаморатов (баритон), Маман Жумабаев (баритон), Отемис Джуманиязов (тенор).
24 августа Е.Ф. Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендә сығыш яһай.
«Республика Башлығына сәнғәткә системалы ярҙамы һәм Башҡортостан мәҙәниәте үҫешенә иғтибары өсөн рәхмәтлебеҙ. Мәҫәлән, «Көҙ романтикаһы» — республика етәксеһенең идеяһы: идеянан һәм үткәреү урынынан алып фестивалдең исеменә тиклем. Икенсе йыл рәттән был — Рәсәй мәҙәниәте өлкәһендәге ҙур сараларҙың береһе», — тине Башҡортостандың халыҡ артисы, республика дәүләт оркестры директоры Артур Нәзиуллин.
Концерттар киске сәғәт 7-лә Совет майҙанында була, инеү ирекле.