31 августа Өфө үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй, был көндә ҡаланың бер нисә майҙансығында саҡырылған йондоҙҙар ҡатнашлығында концерттар ойошторола. Был көндө рок өсөн билдәле музыкант һәм режиссер Гарик Сукачев яуап бирәсәк, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәттең матбуғат хеҙмәтенән.
Гарик Сукачевтың ижад юлы төркөмдәрҙә сығыш яһауҙан башлана, шуларҙың иң билдәлеһе “Неприкасаемые” була. Шул уҡ ваҡытта ул башҡа йондоҙҙар менән йырҙар яҙҙыра, оригиналь тректар сығара, шулай уҡ кино менән етди ҡыҙыҡһына башлай. Уның фильмдары араһында “Жмурки” фильмын айырым билдәләргә мөмкин. Бынан тыш, билдәле музыкант бер нисә фильм режиссеры һәм сценарий авторы була, улар араһында Алтай тураһындағы документаль фильм да бар.
«Гарик Сукачев – хәүеф-хәтәрҙәргә ҡарамаҫтан, егеттәребеҙҙе хуплау өсөн алғы һыҙыҡҡа сығырға әҙер булған артистарҙың береһе. 2024 йылдың яҙында Донбассҡа барып ҡайтты. Йырсы өс көн дауамында хәрби бәрелеш һыҙығын үтеп, госпиталдәдәрҙә яралы һалдаттар алдында сығыш яһаны. Ә күптән түгел, июлдә, Сукачев Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко менән бергә “Хәҡиҡәттә көс” лозунгы аҫтында үткән “Дәүләт сигенә” мотоцикл уҙышында ҡатнашты», – тип билдәләнеләр Өфө мэрияһында.
Өфөләр «Дорожная», «Моя бабушка курит трубку» һәм «Подари мне воду» хиттарының авторын һәм башҡарыусыһын 31 августа концертта күрә аласаҡ. Гарик Сукачев кис “Моторостроитель” мәҙәниәт усағы алдындағы майҙанда сығыш яһаясаҡ.
«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, Өфөлә үтәсәк концерттарҙа Олег Газманов менән Юрий Антонов сығыш яһаясаҡ.
18+
Автор: Вероника Никитина
https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-08-09/na-yubilee-ufy-vystupit-garik-sukachev-3879451
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.