12:48 (UTC+5), 09 Августа 2024

Өфөнөң "Родина" кинотеатрында "Ат уйнатып" патриотик реалитиһының исем туйы үтәсәк

27 августа, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәли Шайморатовтың тыуған көнөндә, «Родина» кинотеатрында “Тамыр” телеканалы тарафынан Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында әҙерләнгән "Ат уйнатып" хәрби-патриотик уйынының исем туйы үтәсәк.

Күләмле проект былтыр булдырылғайны. Шайморат кластары уҡыусылары, бөтә республиканан 16 команда, Өфөнөң тарихи үҙәгендә  ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы квеста ҡатнашты. Бынан тыш, "Тамыр" телеканалы «Ат уйнатып. Командирҙар алышы» өҫтәл уйынын булдырған. Өс ай дауамында БСТ һәм "Тамыр" каналдарында бөтә республика шайморатовсыларҙың командирҙарының уйынын күҙәтте. “Ат уйнатып” хәрби-патриотик уйынының өсөнсө этабы “Патриот” хәрби-патриотик паркында үтте. Биш команда, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы, Күгәрсен районы Мораҡ ауылының М.Ғ. Рәхимов исемендәге башҡорт гимназияһы, Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы, Өфөнөң 2-се “Смарт” республика күп полилингваль гимназияһы уҡыусылары тәүге этаптарҙы уңышлы үтте һәм финалда көс һынашты.

Финал этабы барышында 7 сериянан торған “Ат уйнатып” патриотик реалитиһы төшөрөлдө. Уның премьераһы 27 августа 16.00 сәғәттә “Родина” кинотеатрында үтәсәк. Ойоштороусылар балаларға уйындар, приздар һәм шайморатовсылар менән осрашыу вәғәҙәләй.

Шул уҡ аҙнала БСТ һәм Тамыр телеканалдарында «Ат уйнатып» патриотик реалитиһы күрһәтелә.

6+

Автор: Ләйсән Закирова

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-09/v-ufimskom-kinoteatre-rodina-pokazhut-patrioticheskiy-realiti-at-uynatyp-3879920

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика