Бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығындағы «Профи» медиа коннект-клубы Башҡортостандың район һәм ҡала киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн тәүге оҫталыҡ дәресен үткәрҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Профи» медиа коннект-клубы – «Медиапрофи» ижади технологиялар үҙәгенең һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының социаль проекты. Журналистар өсөн проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында грант аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Тәүге онлайн-оҫталыҡ дәрестә ҡала һәм район баҫмаларынан 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов ҡала һәм район гәзиттәре журналистарына мөрәжәғәт итеп, «Профи» клубы тәү сиратта үҙ-ара конструктив эш итеүгә йүнәлтелгән булыуын билдәләне.
– Беҙ, ысынлап та, әүҙем кире бәйләнеш көтөп ҡалабыҙ. Аралашыу барышында профессиональ компетенцияларҙы камиллаштырасаҡбыҙ. Беҙҙең проекттың мәғәнәһе – һеҙҙең өсөн төбәк һәм федераль кимәлдәге спикерҙар менән аралашыу мөмкинлеген булдырыу. Проект һеҙҙең өсөн мөмкин тиклем файҙалыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине Руслан Шәрәфетдинов.
Тәүге оҫталыҡ дәресендә федераль спикерҙар журналистарҙың эш үҙенсәлектәре һәм проблемалары хаҡында фекер алышыу торҙо. Был хаҡта «Интерфакс» төбәк мәғлүмәт хеҙмәтенең өлкән хәбәрсеһе Гүзәл Ғәләүетдинова ҡала һәм райондарҙа эшләгән коллегаларына бик төплө һәм аңлайышлы итеп һөйләне.
Федераль эксперт менән әңгәмә үткәреү серҙәре хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Станислав Шахов уртаҡлашты.
Үҙ сиратында «Медиапрофи» ижади технологиялар үҙәге директоры Светлана Ҡусҡарбәкова оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларға – клуб ағзалары өсөн премия булдырылыуы тураһында һөйләне. «Профи&Профи: Беренсе кеше исеменән» журналистар конкурсына Башҡортостандың үҫешеүе һәм төбәктәге ыңғай үҙгәрештәр хаҡында мәҡәләләр ҡабул ителә.
«Жюри матбуғат конференциялары йомғаҡтары буйынса өс номинацияла иң ҡыҙыҡлы һәм сағыу мәҡәләләрҙе һайлап аласаҡ. Улар араһында «Иң яҡшы аналитик материал», «Иң яҡшы яңылыҡ» һәм «Иң күп уҡылған материал», — тине Светлана Ҡусҡарбәкова.
Һәр номинацияла өсәр еңеүсе һайлап алынасаҡ. Уларҙың һәр береһенә бүләк – Башҡортостандың иң алдынғы мәғлүмәт хеҙмәтендә – «Башинформ» агентлығында бер аҙналыҡ стажировка үтеүгә сертификат тапшырыласаҡ.
Журналистарҙың һүҙҙәренсә, оҫталыҡ дәресендә спикерҙар һәм ҡатнашыусылар араһында йәнле аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу ойошторолдо.
«Профи» медиа коннект-клубының беренсе оҫталыҡ дәресе эфирын бында ҡарай алаһығыҙ.
Автор: Галина Бахшиева
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.