Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мәскәүҙә Денис Хөснийәровтың «Атай» спектакле менән сығыш яһаясаҡ. Тамаша 9 августа Мәскәү йәштәр театрының Ҙур сәхнәһендә «Горький +» фестивале сиктәрендә күрһәтелә.
Фестиваль 8 августан 11 авгусҡа тиклем Мәскәүҙә үтә. Программа Горький паркында ғына түгел, Мәскәү йәштәр театрында, Яңы Третьяков галереяһында һәм Горький исемендәге киностудияла планлаштырылған. Мәскәү йәштәр театры сәхнәһендә төрлө төбәктәрҙән Горький әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр күрһәтеләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атай» ғаилә драмаһы Максим Горькийҙың 1908 йылда яҙылған «Һуңғылар» пьесаһы буйынса ҡуйылған. Был ата-әсәнең хаталары, ялғандары, асыуы йәки быуынһыҙлығы балалар яҙмышына нисек йоғонто яһауы тураһындағы хикәйә, быуындар бәйләнеше призмаһы аша ғаилә тураһында әңгәмә. Өфөлә премьера 2022 йылдың 17 декабрендә үтте. Спектакль өҫтөндә Санкт-Петербургтан саҡырылған ижади төркөм эшләне: ҡуйыусы-режиссер – Денис Хөснийәров, ҡуйыусы-рәссам – Александр Мохов, костюмдар буйынса рәссам – Мария Лукка, яҡтыртыу буйынса рәссам – Игорь Фомин.
«Был театрҙың, режиссерҙың, артистарҙың бик етди белдереүе. Горький хәҙер бик заманса яңғырай — беҙ ҙә бик ауыр заманда йәшәйбеҙ, ғаиләләр тарҡалған, һәр кемдең ҡарашы айырылған, бер-беребеҙҙе аңламайбыҙ, үҙебеҙҙе нисек тоторға белмәйбеҙ. Бик күп ҡиммәттәр юҡҡа сығарылды, балалар бик ауыр хәлдә ҡалды», – тип билдәләне Рәсәйҙең алдынғы театр тәнҡитселәренең береһе, «Алтын битлек» премияһының эксперт комитеты рәйесе Татьяна Тихоновец.
Белешмә. «Горький +» сәнғәт фестивале — Максим Горький ижадына һәм шәхесенә арналған күләмле мәҙәни проект. Фестиваль тәүге тапҡыр 2022 йылда Мәскәүҙең төп паркында «Горький в парке Горький» исеме аҫтында үткәрелде. Унда Евгений Миронов, Александра Урсуляк, Юрий Башмет һәм «Мәскәү солистары» ансамбле, «Комонь» ансамбле һәм башҡа бик күп артистар ҡатнашты. Проект «Йыл мәҙәни ваҡиғаһы» номинацияһында «Йыл ваҡиғаһы» премияһын алды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда «Башинформ», Милли йәштәр театры Горький әҫәре буйынса «Атай» премьераһын тәҡдим итеүе хаҡында яҙғайны.
Автор: Ләйлә Аралбаева