11:57 (UTC+5), 30 Июля 2024

Өфөлә баш ҡаланың 450 йыллығына билдәле фоторәссамдарҙың күргәҙмәһе асыла

1 августа Башҡортостандың Милли музейында Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы Рәиф Бадыҡовтың һәм Вячеслав Стрижевскийҙың «Өфө - 450. Халыҡ һәм ҡала» фотокүргәҙмәһе асыла.

– Был Өфө менән унда йәшәүселәр араһындағы бәйләнеште күрһәткән, үткәндәрҙең бөгөнгө менән айырылғыһыҙлығын сағылдырған  проект. Рәиф Бадыҡов менән Вячеслав Стрижевский ҡала киңлеген ваҡиғалар, кешеләр аша тулыһынса күрһәтә алды», — ти күргәҙмәне ойоштороусылар.

Рәиф Бадыҡов ижади эшмәкәрлеген ҙур тиражлы «Төҙөүсе тауышы» гәзите менән хеҙмәттәшлек итеүҙән башланы. 1980 йылда «Киске Өфө» ҡала гәзитендә эшләй башлай, ә 1983—2021 йылдарҙа «Республика Башкортостан» республика ижтимағи-сәйәси гәзитендә фотохәбәрсе булып эшләй. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Ул Рәсәйҙең иң яҡшы фоторәссамдарының береһе булараҡ билдәле.

Вячеслав Стрижевский төрлө республика баҫмаларында фотохәбәрсе булып эшләй, «БашФото-Нур» продюсерлыҡ берекмәһенең генераль директоры, Республика рус драма театры директоры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры була. 2001—2006 йылдарҙа Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының (Мәскәү) Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты. Вячеслав Александрович – Башҡортостан Республикаһының мәҙәни тарихы, театр социологияһы һәм театр эшен ойоштороу проблемалары буйынса 20-нән ашыу фотокитап, утыҙ ғилми мәҡәлә авторы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-07-30/v-ufe-k-450-letiyu-goroda-otkryvaetsya-fotovystavka-dvuh-korifeev-3867492

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика