

2-3 августа Хәйбулла районында VI «Бөйөк дала» асыҡ республика башҡорт рок фестивале ойошторола. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фестиваль ваҡытһыҙ донъя ҡуйған легендар башҡарыусылар: «Дәрүишхан» төркөмө солисы Дим Мәннән, «Рух» төркөмө солисы Ғәзинур Биктимеров, «Рух» төркөмө гитарасыһы Ирек Атанов һәм аранжировкалаусы, барабансы Айтуған Акилов иҫтәлегенә арнала.
Фестиваль барышында «Башҡортостан Республикаһында этно-рокты үҫтереү мөмкинлектәре» түңәрәк өҫтәле була, унда рок төркөмдәре етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Лазер һәм ут шоуы, шулай уҡ лотерея уйнатыу ойошторола.
Проект милли рок мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларын популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә, ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталығын күтәреүгә, туған телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә, рок музыкаһын һөйөүселәрҙе һәм башҡарыусыларҙы берләштереүгә йүнәлтелгән.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн республикабыҙҙың һәм күрше төбәктәрҙең рок төркөмдәренән ғаризалар ҡабул ителә. Ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ шарт — тере тауыш менән сығыш яһау һәм туған телдә йырлау.
Белешмә өсөн телефондар: 8 (347) 289-65-50 – Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Элита Йыһангирова (Өфө), 8 (34758) 2-15-58 – Лариса Мәмбәтова (Аҡъяр ауылы), 8 (34758) 2-13-65, 2-14-76 – Гөлиә Иштанова (Аҡъяр ауылы).
Фестивалде Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Хәйбулла районы хакимиәте ойоштора.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.