12:14 (UTC+5), 18 Июля 2024

Республикала иң яҡшы музыкаль әҫәрҙәрҙе асыҡлау буйынса конкурс иғлан ителде

Фото: автор
Ләйлә Аралбаева

2024 йылда Башҡортостанда иң яҡшы музыкаль әҫәрҙәрҙе асыҡлау буйынса республика конкурсы бара. Мәҙәниәт министрлығының конкурсты үткәреү тураһында бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Конкурсты ойоштороуҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия симфоник оркестры һәм Композиторҙар союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһы ҡатнаша.Композиторҙарҙың йәше һәм гражданлығы мөһим түгел, урта йәки юғары профессиональ музыкаль белем талап ителә.

Конкурстың маҡсаты — Башҡортостандың театр-концерт ойошмалары репертуарына индереү өсөн әҫәрҙәрҙе тәҡдим итеү, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия симфоник оркестры йыйылмаһында заманса музыка сәнғәте коллекцияһын тулыландырыу. Шулай уҡ һәләтле авторҙарҙы, башҡарыусыларҙы һәм композиторҙарҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү.

Конкурсты үткәреү ваҡыты — 2024 йылдың 26 авгусынан 16 сентябренә тиклем.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-07-18/v-bashkirii-ob-yavlen-konkurs-po-vyyavleniyu-luchshih-muzykalnyh-proizvedeniy-3853358

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика