Август аҙағында өфөләрҙе II «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале көтә. Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына бағышланған сара 22-24 августа Совет майҙанында ойошторола.
Башҡортостан Дәүләт оркестрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 22 августа фестивалде асыу тантанаһында баш дирижер, Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия симфоник оркестры, Рәсәйҙең халыҡ артисы, пианист Денис Мацуев, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың алыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов ҡатнаша.
Фестивалдең икенсе көнөндә дирижер Камалетдин Уринбаев етәкселегендәге Үзбәкстан Республикаһының Дәүләт симфоник оркестры сығыш яһай. Солистар: Бегисбай Темирбаев (тенор), Хурсандбек Атамуратов (баритон), Маман Жумабаев (баритон), Отемис Джуманиязов (тенор), Женисбек Пиязов (бас-баритон).
Фестивалде ябыу тантанаһына Евгений Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры килә. Оркестрға Дмитрий Крюков дирижерлыҡ итә.
Был фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы булышлығында үткәрелә, инеү ирекле.
6+
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.