08:03 (UTC+5), 12 Июль 2024

Өфөлә Башҡортостандың «Йәшмә бүлмәһе» менән сәнғәт музейы булдырыла

Фото: автор һәм Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Галина Бахшиева

11 июлдә Радий Хәбиров республика рәссамдары менән осрашыуҙа үҙенсәлекле «Йәшмә бүлмәһе» менән сәнғәт музейы-хазинаһын ойоштороу проекты хаҡында белдерҙе. Яңы музей өсөн Совет майҙанын янындағы республика Контроль-иҫәп палатаһының элекке бинаһын тапшырыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Музейҙың экспозицияһы дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метрлыҡ бер нисә залда урынлаштырыла. «Йәшмә бүлмәһе»ндә мозаика стилендәге художестволы панноларҙа Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен күрһәтелә.

«Ватанға хеҙмәт итеү» тигән икенсе зал Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең хәрби юлына бағышлана. Унда төрлө тарихи, шул иҫәптән 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция осорондағы яугирҙәребеҙ тураһында әҫәрҙәр ҡуйыла.

«Башҡортостан хазинаһы» залында уникаль тарихи экспонаттар – «Ирәндек айыуы» тәбиғи алтын киҫәге, сармат алтыны, шулай уҡ Өфө-II ҡаласығы биләмәһендә ҡаҙыу эштәре барышында табылған Византия алтыны урынлаштырыла. Бында шулай уҡ милли биҙәүестәр, алтын һәм көмөш тәңкәләр коллекцияһын күрергә мөмкин.

Дүртенсе залда – картиналар галереяһында Башҡортостандың Милли музейы һәм Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллекцияларынан башҡорт авторҙарының иң яҡшы һынлы сәнғәт, графика һәм скульптура әҫәрҙәрен ҡуйыу планлаштырыла.

Бишенсе һәм алтынсы залдар федераль музейҙарҙың ваҡытлыса экспозициялары, Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәләре, шулай уҡ төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм презентациялар ойоштороу өсөн тәғәйенләнә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-07-12/v-ufe-sozdadut-muzey-sokrovischnitsu-iskusstv-bashkirii-s-yashmovoy-komnatoy-3846017

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика