4 июлдә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында һәүәҫкәр йырсылар араһында уҙғарылған «Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек» интернет-конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай ҡалаларынан, Мәләүез, Федоровка һәм республиканың башҡа райондарынан, шулай уҡ Татарстандан һәм Силәбе өлкәһенән йәмғеһе 50 ғариза килде.
«Беҙҙә, Башҡортостанда, элек-электән йыр-моң шатлыҡта ла, һағышта ла күңел йыуанысы булған. Һеҙ башҡорт йырын, халыҡ йырҙарын популярлаштыраһығыҙ, афарин. Был бик мөһим. Йырлаған кешеләр бәхетле. Беҙ ыңғай йәки кире эмоцияларҙы йыр аша сығарабыҙ. Ҡатнашҡанығыҙ, ваҡыт табып, беҙгә килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе киләһе конкурстарҙа ла көтөп ҡалабыҙ!», - тине «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Дилә Сәғитова.
«Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов билдәләүенсә, республика халҡының әүҙемлеге ойоштороусыларҙы ысын мәғәнәһендә ғәжәпләндерҙе һәм һоҡландырҙы.
«Ошо еңел булмаған осорҙа кешеләргә байрам етмәй. Беҙҙә талантлылар бик күп, ләкин барыһының да үҙ һәләтен күрһәтеү өсөн мөмкинлеге юҡ. Беҙ шундай мөмкинлек биреүебеҙгә шатбыҙ»,— тине ул.
Бүләкләү тантанаһының махсус ҡунағы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Зөлҡәрнәев лауреаттарҙы тәбрикләп, наградалар тапшырҙы.
Иң яҡшылар өсөн тауыш биреү мәғлүмәт агентлығының «Бәйләнештә»ге «Башҡортостаным яңылыҡтар» төркөмөндә барҙы. Әйткәндәй, социаль селтәр аша конкурс еңеүселәренең береһе — Хәйбулла районынан йөҙөү буйынса тренер Ғәбделкәрим Сәфәрғәлин армияла бергә хеҙмәт иткән дуҫын да тапты. Ул республиканың халыҡ артисы Мәхмүт Фәтихов булып сыҡты.
«Беҙ 1985-1987 йылдарҙа Мәскәү һауаға ҡаршы оборона округында бергә хеҙмәт иттек, 37 йыл күрешмәнек. Әрме хеҙмәтенән һуң мин Ҡазанға уҡырға киттем, 90-сы йылдарҙа Башҡортостанға ҡайттым. Йылдар дауамында Ғәбделкәримде эҙләнем, ул Баймаҡта табип ине, ләкин һөнәрен алмаштырып, исемен Кәримдән Ғәбделкәрим тип үҙгәртеп, Аҡъярға күскән. Интернетта эҙләһәм дә, таба алманым. Бына мөғжизә: «Башинформ» конкурсы төркөмөндә уның фотоһы менән яҙманы күреп ҡалдым. Шатлығымдың сиге булманы. Бөгөн уны күрергә тип килдем», — тине бәхетле артист.
Конкурста беренсе урынды Ғәбделкәрим Сәфәрғәлин яуланы һәм 5000 һум аҡса менән бүләкләнде. Икенсе урынға һәм 3000 һумға Асҡын районының Упҡанкүл ауылынан Зөлфиә Мазһарова лайыҡ булды, ә өсөнсө урынды һәм 2000 һумды Ишембайҙан Раушания Хәмиҙуллина алды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.