
Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъяла милли сәнғәтте сағылдырған беренсе башҡорт музыкантының тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған «Йомабай Иҫәнбаев» тигән китап-альбом донъя күрҙе. Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) — Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландия сәхнәләрендә сығыш яһаған, башҡорт ҡурайын данлаған һәм тамашасыларҙың алҡыштарын яулаған күренекле ҡурайсы.
Китаптың төҙөүселәре — уның яҡташтары, күптәнән Йомабай Иҫәнбаевтың биографияһын өйрәнгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, тарихсы һәм журналист Азат Ярмуллин. Бында төрлө йылдарҙа баҫылған уникаль архив документтары, музыкант хаҡында мәҡәләләр һәм иҫтәлектәр, һирәк осраған фотоһүрәттәр ингән. Китапты музыкантҡа бағышланған шиғырҙар һәм Башҡортостан тәбиғәтенең фотопейзаждары биҙәй.
- Ниһайәт, үткән быуаттың 70-се йылдарынан алып Йомабай Иҫәнбаев тураһында йыйған материалдарым китап булып баҫылып сыҡты. Китапта ХХ быуат башындағы мәҡәләләр бар, архивтарҙа уникаль документтар табылған. Метрика буйынса, Йомабай Иҫәнбаев 1890 йылдың октябрендә тыуған, әммә үҙенең биографияһында ул 1891 йыл тип күрһәткән икән. Беҙ музыкант тураһында байтаҡ материалдар һәм хәтирәләр тупланыҡ. КГБ архивында 1921 йылда музыканттан һорау алыу протоколын таптыҡ. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан беҙ йәмәғәтселек исеменән Башҡортостан президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа Йомабай Иҫәнбаевҡа үлгәндән һуң «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем биреүҙе һорап хат яҙҙыҡ, бындай ҡарар ҡабул ителде, президенттың указы сыҡты, — тип һөйләй төҙөүсе Ҡәҙим Аралбаев.
Китапҡа яҙыусылар Рәшит Шәкүр, Сәғит Агиш, ҡурайсы Ғата Сөләймәнов, йырсы Ирма Яунзем, театр эшмәкәре Исхаҡ Зәйни, ғалим-төркиәтсе Флүр Сибәғәтов, журналист Ирек Арғынбаев, Ҡаҙағстан авторы Хәким Хәбиев һәм башҡаларҙың мәҡәләләре ингән. Шулай уҡ Резида Имашеваның Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Бикҡолов менән интервьюһы баҫылған. Ул үҙе һөнәре буйынса нефтсе булһа ла, ҡурайҙа уйнай, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнаша.
БАССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы ҡарары менән 1978 йылдан алып Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға ҡурай, ҡумыҙҙа уйнау һәм өзләү оҫталығы буйынса республика бәйгеләре үткәрелә.
Быйыл августа Хәйбулла районында, Түңгәүер ырыуы йыйынында, музыкантҡа һәйкәл асылырға тейеш. Ҡурайсының тыуған ерендә китап-альбомдың исем туйы ла була.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.