
Йәштәр көнөндә, 30 июндә, Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында Зәйнетдин, Inst Rinna, BABEKRISBABE, Lesha Mironov, Sunshine & Vostorg һәм VITA SAMURAI ҡатнашлығында байрам шоуы була. Был хаҡта Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгендә һөйләнеләр.
Шулай уҡ программала стендап, граффити-фестиваль, фиджитал турнир, бариста конкурсы, K-pop һәм косплей майҙансығы, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, бүләктәр уйнатыу ҡаралған.
Киске сәғәт 5-тә башлана. Инеү ирекле.
6+
Әйткәндәй, Башҡортостанда Йәштәр көнөндә хәмер һатырға рөхсәт ителмәй.