09:47 (UTC+5), 19 Июня 2024

Билдәле шағирә Әнисә Таһирова вафат

Өфөлә билдәле шағирә, башҡорт сонеттары оҫтаһы, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Таһирова 83-сө йәшендә донъя ҡуйған. Республиканың Яҙыусылар союзында хәбәр итеүҙәренсә, ул ауырығандан һуң вафат булған.

Мәрхүмә менән бәхилләшеү бөгөн, 19 июндә, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Өфөнөң Сәскәле урамындағы моргта була. Һуңынан уны Ишембай районының Маҡар ауылына алып ҡайтып ерләйҙәр.

Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһирова 1941 йылдың 15 декабрендә Ишембай районының Маҡар ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. 1966-1968 йылдарҙа Күмертау районы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1968 йылдан журналист эшенә күсә. Оҙаҡ йылдар «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында эшләй. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай. Һуңынан Башҡортостандың Телерадиотапшырыуҙар дәүләт комитетында, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара.

1990-1991 йылдарҙа А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында башҡорт теленән уҡыта, башҡорт төркөмөн етәкләй.

Әнисә Абдулла ҡыҙы — башҡорт, рус, татар телдәрендә донъя күргән 20 шиғри йыйынтыҡ авторы. Йырҙар өсөн бик күп шиғырҙар яҙған.

Анна Ахматова, Марина Цветаева, Борис Пастернак, Александр Пушкин, Михаил Лермонтов һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә иткән.

«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-06-18/v-ufe-umerla-izvestnaya-poetessa-anisa-tagirova-3813977

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика