
13 июндә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 3-15 йәшкә тиклемге башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында «Байыҡ» республика телевизион конкурсының гала-концерты була (6 ). Республикабыҙҙың баш ҡалаһына йөҙгә яҡын ҡатнашыусы, ҡунаҡтар һәм тамашасылар йыйыла. «Байыҡ»та Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 500 бала ҡатнаша.
Байрамдың махсус ҡунаҡтары: Zainetdin, «Бишбармаҡ» оркестры, «Хазина» этно-төркөмө, Заһир Иҫәнсурин, Илдар Абдуллин, «Тамыр» балалар йыр студияһы һәм «Guzal dance» бейеү студияһы.
Быйыл телевизион проекттың һайлап алыу турында Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәүҙән, Екатеринбургтан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән ике меңдән ашыу бала ҡатнашты. Конкурстың финалына 500 йәш бейеүсе сыҡты. Әбйәлил, Бөрйән, Салауат, Белорет, Ғафури, Баймаҡ, Стәрлебаш, Учалы райондарынан, шулай уҡ Стәрлетамаҡтан, Дәүләкәндән, Өфөнән һәм Туймазынан ҡатнашыусылар айырыуса әүҙемлек күрһәтте. 50-гә яҡын яңы бейеү тәҡдим ителде, улар араһында йәш балетмейстерҙарҙың эштәре байтаҡ.
Республикала 3-15 йәшлек балалар араһында башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» телевизион конкурсы 2009 йылдан башлап уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә проект тамашасыларҙа танылыу яуланы һәм халыҡ-ара статусҡа эйә булды. Фестивалгә беҙҙең республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә коллективтар килә. Төрлө йылдарҙа конкурста Ирландия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Чечня, Греция, Осетия, Ҡалмыҡстан, Татарстан, Бүрәтстан, Хакасия, Тыванан бейеүселәр сығыш яһаны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.