Рәсәйҙең халыҡ артисы, Милләттәр дәүләт театрының художество етәксеһе Евгений Миронов ошо көндәрҙә Башҡортостанға килде. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөлә Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале башланды.
«Евгений Витальевич Өфөгә XXI Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивален алып килде. Бының өсөн ҙур рәхмәт! — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Евгений Мироновты ихлас күңелле артист, илебеҙ патриоты һәм һоҡланғыс кеше тип иҫәпләйем. Ул Рәсәй Федерацияһы сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән, төбәк театрҙары үҫеше өсөн күп эштәр башҡара. Бөгөн уға үҙебеҙҙең награданы — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән исем тапшырҙым».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Сергей Безруковтың һәм Денис Мацуевтың маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнеүе хаҡында яҙғайны.