09:11 (UTC+5), 28 Мая 2024

«Китап байрамы» йәрминкәһендә Башҡортостан яҙыусылары бүләкләнде

Ләйлә Аралбаева

Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығына арналған саралар барышында әҙиптәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Дәүләт наградалары һәм миҙалдар «Китап байрамы» икенсе халыҡ-ара китап йәрминкәһе барған көндәрҙә тапшырылды.

Форум асылған көндә федераль наградаларҙы Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай «Әҙәбиәттәге ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе менән бүләкләнде.

Салауат Әбүзәров, Зөһрә Бураҡаева һәм Гөлсирә Ғиззәтуллина Василий Шукшин миҙалын, Мөнир Вафин, Зөлфиә Ханнанова, Александр Шуралев һәм Миләүшә Ҡаһарманова (Хәбилова) иһә А.С.Пушкин миҙалдарын алды. Шулай уҡ бер нисә яҙыусы Рәсәй Яҙыусылар союзының маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.

Китап йәрминкәһенең һуңғы көнөндә сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһы сенаторы, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова сәләмләне. Ул Дилә Булгаковаға һәм Урал Ҡолошовҡа күп йыллыҡ хеҙмәте һәм Рәсәй халыҡтарының милли әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн комитеттың рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Яҙыусы һәм драматург Наил Ғәйетбаев Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, республиканың Яҙыусылар союзы ағзалары Игорь Фролов һәм Ғәлим Хисамов алды. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының маҡтау грамоталары һәм «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемдәре тапшырылды.

Республика яҙыусыларын  ҡотлап, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев Башҡортостан Яҙыусылар союзы ҡыуаныслы һәм ауыр мәлдәрҙә лә һәр саҡ халыҡ янында булған йәмәғәт ойошмаһы икәнен билдәләне.

— Беҙҙең яҙыусылар ойошмаһы — тәүгеләрҙең һәм абруйлыларҙың береһе. Уның төрлө үҫеш мәлдәре булды. Минеңсә, хәҙер ул икенсе һулыш кисерә. Радий Хәбиров ярҙамы менән союздың үҫешә барыуын тоябыҙ, күп кенә башланғыстарығыҙ республика етәкселегендә хуплау таба, - тип билдәләне Урал Килсенбаев.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов 11 яҙыусыға ағзалыҡ билеттары тапшырҙы. Улар араһында башлыса йәш яҙыусылар.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-05-27/pisateli-bashkortostana-na-yarmarke-kitap-bayram-poluchili-nagrady-3787776

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика