Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
87.88
-0.21
96.1
-0.2
84.66
-0.08
14+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Май , 16:36

Радий Хәбиров «Китап байрамы»нда шәхси китапханаһынан китаптар бүләк итте

Азат Мөхәмәтйәнов
Фото:Азат Мөхәмәтйәнов

24 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында икенсе «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үҙ эшен башланы. Был ваҡиға тотош Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең китап нәшер итеүселәре, яҙыусылары һәм уҡыусыларын йәлеп итеү урынына әүерелде.

Быйыл йәрминкәлә илебеҙҙең 18 төбәгенән 223 нәшриәт, шулай уҡ 6 яҡын сит ил: Белоруссия, Азербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан китаптарын һатып алырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығын майҙансыҡта тәүгеләрҙән булып Өфө мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары ҡаршы алды, бөгөн улар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Радий Хәбиров ун беренсе класс уҡыусыларының береһе менән мәктәп вальсын бейене.

Сараны асыу тантанаһы алдынан республика Башлығы Владыка Климент менән «Әҙәби прививка» ижади проектында ҡатнашты. Радий Хәбиров балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларға үҙенең китапханаһынан «Оҫта һәм Маргарита» тигән ике китап бүләк итте.

— Нисек кенә сәйер булмаһын, тәүҙә «Мөхәббәт хаҡындағы китап» тип яҙҙым. Мөхәббәтһеҙ бер ни ҙә була алмай. Мөхәббәт ул — ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ араһында ғына түгел, ә Ватанды, эште, дуҫтарҙы, тормошто, үҙеңде яратыу ҙа, — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы нәшриәттәрҙең продукцияһын да ҡараны. Шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы павильонында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың әсәләре һәм хәләл ефеттәре менән аралашты.

 — «Китап байрамы»н генерал Шайморатов һәйкәле янында уҙғарыу бик яҡшы. Һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары менән аралашҡанда был уларҙың балаларына ла һәйкәл булып тороуы хаҡында әйтәм. Һәйкәлдә: «Тыуған ил өсөн  һәләк булғандарға бағышлана», - тип яҙылған. Бөгөн мин һәләк булған егеттәребеҙ алдында баш эйәм. Улар беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланыр. Бында йәштәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Уҡыһындар, унда нимә барғанын белһендәр, ысын дуҫлыҡ, ысын ҡаһарманлыҡ, ысын илһөйәрлектең нимә икәнен аңлаһындар. Унда 20-25 йәшлек егеттәр һуғыша, улар — беҙҙең геройҙарыбыҙ. Һәләк булған егеттәребеҙгә иһә мәңгелек дан һәм мәңгелек хәтер, — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһен Өфө ҡалаһында ҡыҫҡа метражлы кино төшөрөргә өйрәнгән «КиноДети» ижади төркөмө ҡаршы алды һәм «Өфө — 450» сатырына саҡырҙы. Мәктәп балалары Александр Просыпин, Айгиз Аҡҡолов, Сафина Ғәлимова һәм Мирон Кирин 12 июндә ваҡыт капсулаһын асыу мәлен төшөрөргә һәм 31 августа Өфөнөң 500 йыллығына республика Башлығының киләсәк быуынға теләктәре яҙылған яңы капсула һалырға тәҡдим итте.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-05-24/v-ufe-otkrylas-vtoraya-mezhdunarodnaya-knizhnaya-yarmarka-kitap-bayram-3782103

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: