12:34 (UTC+5), 24 Мая 2024

«Туғанлыҡ» милли театрҙар фестивале еңеүселәре иғлан ителде

Өфөлә VIII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале тамамланды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән сәләмләне.

Аҙна дауамында Өфөнөң өс театр майҙансығында Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов етәкселегендәге эксперттар советы 16 фестиваль спектаклен ҡараны.

Иң яҡшы спектаклдәр һигеҙ номинацияла приздар менән бүләкләнде:

«Милли классиканың заманса хәл ителеше» – Салауат башҡорт драма театрының «Ярлыҡау» спектакле (Башҡортостан);

«Иң яҡшы аудиовизуаль хәл ителеш» – Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының «Көл» спектакле (Ҡазан, Татарстан);

«Иң яҡшы музыкаль-пластик хәл ителеш» номинацияһында – Ғәбит Мүсирәпов исемендәге Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡаҙаҡ академия театрының «Кулагер» спектакле (Алматы, Ҡаҙағстан);

«Иң яҡшы ир-егет роле» — Бауржан Нурмағанбәтов, Сәкен Сәйфуллин исемендәге Ҡарағанда өлкә академия ҡаҙаҡ драма театрының «Ҡарагүҙ» спектаклендә Нарш ролен башҡарғаны өсөн;

«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» — Владимир Тхапсаев исемендәге Төньяҡ Осетия дәүләт академия драма театрының «Король Лир» спектаклендә Корделия/Шут ролен башҡарғаны өсөн Әминә Агкацева;

 «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында – Ҡасималы Жантошев исемендәге Ысыҡкүл өлкә музыка-драма театрының «Аҡ пароход» спектаклендә Бикәй роле өсөн Света Абдыҡадирова (Ҡараҡол, Ҡырғыҙстан);

«Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» – Владимир Тхапсаев исемендәге Төньяҡ Осетия дәүләт академия драма театрының «Король Лир» спектаклендә Эдмунд роле өсөн Аслан Тигиев (Владикавказ, Төньяҡ Осетия – Алания);

Ике «Иң яҡшы режиссёр эше» призы – Степан Пектеев, М. Шкетан исемендәге Мари милли драма театрының (Марий Эл) «Иван Кырла. Тормошҡа юллама» спектакле һәм Уланмырҙа Ҡарыпбаев, Ҡасималы Жантошев исемендәге Ысыҡкүл өлкә музыка-драма театрының (Ҡырғыҙстан) «Аҡ пароход» спектакле өсөн.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-05-23/v-ufe-na-festivale-natsionalnyh-teatrov-tuganlyk-ob-yavili-pobediteley-3780715

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика