

19 майҙа Өфөлә йырсы һәм педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Солтанова 88-се йәшендә арабыҙҙан китте.
Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы Солтанова 1937 йылдың 16 февралендә Салауат районының Лаҡлы ауылында тыуған. 1960 йылда — П.И.Чайковский исемендәге Свердловск музыка училищеһын, ә 1968 йылда Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтын тамамлай. 1960-1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында солист, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың данлыҡлы концерт бригадаһында эшләй, һуңынан 1970-1983 йылдарҙа йәнә филармонияға эшкә ҡайта.
Йырсы Ленинградта Башҡорт АССР-ы мәҙәниәте (1969), Ҡарағалпаҡ АССР-ында Башҡорт АССР-ы әҙәбиәте һәм сәнғәте (1976) көндәрендә ҡатнаша. СССР, Монголия, Финляндия, Чехословакия буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
1980 йылдан — 2-се Өфө педагогия колледжында, бер үк ваҡытта 1998 йылға тиклем Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, 1993 йылғаса — Башҡорт академия театрында педагог-вокалист, 2003 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы булып эшләй.
Вокалға уҡытыу буйынса уҡытыу-методик хеҙмәттәр авторы. Ғәлиә Солтанованың уҡыусылары — йырсылар, музыканттар, дирижёрҙар, театр актёрҙары Фидан Ғафаров, Суфия Ҡорбанғәлиева, Лина Гәрәева, Илдар Ғүмәров, Илмир Әбүбәкеров, Тимур Рамазанов, Йәмил Баймырҙин (Ябай малай), Салауат Мөхәмәтйәров һәм башҡалар.
«Ул бер нисә быуын тыңлаусылар өсөн «Әй һандуғасы» булып ҡалыр. Тормош һөйөүсән, изге күңелле, асыҡ — күптәр өсөн өлгө. Эшен шул тиклем яратты. Туғандары, дуҫтары, коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам», — тип яҙа социаль селтәрҙә Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов.
«Башинформ» туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.